Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Ноябрь 2020, 12:00

Яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инде

«COVID-2019» таралыу хәүефенә бәйле Башҡортостан биләмәһендә «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында»ғы указға тейешле үҙгәрештәр индерелде.

10 ноябрҙән республикала 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник ауырыуҙарҙан яфаланғандар өсөн мотлаҡ изоляция режимы башланды. Иртәнге 11-ҙән төшкө 1-гә тиклем изоляция тәртибе ғәмәлдә булмай. Был ваҡытта ололар тышта йөрөргә, магазинға һәм башҡа урынға барып килергә мөмкин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бәлиғ булмағандар өсөн дә яңы сикләү индерҙе. Республиканың яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы менән берлектә 18 йәше тулмаған балаларҙы сауҙа үҙәктәренә индермәҫкә тигән ҡарар ҡабул ителде.
«Ата-әсәһеҙ йәки опекунһыҙ унда ни эшләп йөрөмәк кәрәк , – тип белдерҙе Радий Хәбиров хөкүмәттә уҙған кәңәшмәлә. – Сөнки беҙҙә сауҙа үҙәктәре ял итеп йөрөү урындарына әүерелә, унда ниндәй генә хәлдәр булмай».
Читайте нас: