«Ат уйнатып алдан бара» спектакленең премьераһы 19 һәм 20 ноябрҙә театрҙың Бәләкәй сәхнәһендә була (Ҙур сәхнә әле һаман реконструкциялана).
Сценарий авторы – Зөһрә Бураҡаева, проекттың художество етәксеһе – Айрат Абушахманов, ҡуйыусы режиссер – Хөрмәтулла Үтәшев, рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Урал Иҙелбаев, хореограф – Рәис Низаметдинов, консультант – Салауат Хәмиҙуллин.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һүҙҙәренсә, спектакль бик ҡатмарлы шарттарҙа тыуған, пандемия арҡаһында премьера көнөн күсерергә тура килгән.
«Шайморатов – ябай ауыл егете, Хәрби Академияны тамамлаған, биш тел белгән, атаҡлы полководец булған. Беҙ спектаклдә уның бала сағын күрһәтмәйбеҙ, ә шунда уҡ һуғыш осоронан, уның өлөшөнә төшкән һынауҙарҙан башлайбыҙ, – тип һөйләне ҡуйыусы режиссер «Башинформ» агентлығы журналисына. — Исемдең русса вариантын оҙаҡ уйланыҡ һәм ул замандаштарыбыҙға саҡырыу булып яңғыраһын өсөн «Потомки Салавата не отступят!» тип атаныҡ».
Төп ролде – Миңлеғәле Шайморатовты Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров уйнай.
#Бәләбәйхәбәрҙәре#яңылыҡтар#Шайморатов#спектакль