Көҙгөһөн Апимондия етәкселеге башланғысы менән 80-гә яҡын илдең умартасылыҡ ассоциациялары вәкилдәре ингән ошо халыҡ-ара федерация ағзаларының фекере тыңланды. Умартасыларҙың күпселеге (өстән икенән ашыуы) конгресты уҙғарыу ваҡытын күсерергә кәрәклеген әйтте. 7 ноябрҙә Апимондияның башҡарма комитеты ултырышында Өфөлә 47-се конгресты һәм «АпиЭкспо» күргәҙмәһен 2022 йылдың көҙөндә үткәреү тураһында ҡәтғи ҡарар ҡабул ителде.
Конгресты рәсми асыу тантанаһын «Өфө-Арена»ла ойоштороу күҙаллана. Сарала рәсми кешеләр сығыш яһай, мәҙәни һәм концерт программаһы була. 2022 йылда асыу сараһында биш меңләгән кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Конгресс-холда Генераль ассамблеяның ике ултырышы уҙғарыла, фәнни секцияларҙың эше ойошторола.
«АпиЭкспо» күргәҙмәһенә 250-гә яҡын экспонент ҡуйыла. Уны үткәреү өсөн еңел конструкцияларҙан дөйөм майҙаны 7 000 квадрат метрлыҡ биләмә төҙөлө. Ул Салауат Юлаев майҙанында урынлаштырыла.
Конгрестағы мөһим һорауҙарҙың береһе – ғилми өлөш. Кешелектең иҡтисади һәм экологик именлеге факторы булараҡ бал ҡорто Өфө конгресының төп темаһы булып тора.