«Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!
Сафында ярты миллион хеҙмәткәр һәм студент иҫәпләнгән Профсоюздар федерацияһы бөгөн республикалағы иң абруйлы йәмәғәт ойошмаларының береһен тәшкил итә. Профсоюздар граждандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау, ҡануниәтте камиллаштырыу, социаль әһәмиәтле башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән ҙур эш башҡара.
Өс яҡлы комиссия, ведомство-ара советтары һәм эш төркөмдәре нигеҙендәге берлектәге эшмәкәрлегебеҙ юғары баһаға лайыҡ. Профсоюздар федерацияһы һәр саҡ конструктив тәҡдимдәр менән сығыш яһай. Улар власть органдары ҡарарҙарында сағылыш таба.
Беҙҙең мәнфәғәттәребеҙ уртаҡ. Башҡортостандағы халыҡтың тормошон йылдан-йыл яҡшыртыуға, намыҫлы эшләгәндәргә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы тәьмин итеүгә ынтылабыҙ. Әүҙемлегегеҙ Башҡортостандың алға барыуына артабан да булышлыҡ итер, тип ышанам.
Данлы профсоюз традициялары нығынһын! Федерация әүҙемселәренең барыһына ла уңыштар, һаулыҡ һәм именлек теләйем!»