Башҡортостандан 138 мең 409 кеше онлайн форматта һорауҙарға яуап биргән. Дөйөм алғанда, этнографик диктантты Рәсәй Федерацияһынан һәм тағы 123 илдән барлығы 1 миллион 742 мең 661 илһөйәр яҙған. Уларҙың һәр береһе шунда уҡ һөҙөмтәләре күрһәтелгән сертификат алды. Ә дөрөҫ яуаптар 16 ноябрҙә «Ҙур этнографик диктант»тың рәсми сайтында (www.miretno.ru) баҫыласаҡ.