Бөтә яңылыҡтар
Туризм
13 Ноябрь 2020, 16:15

Биатлонсылар Бабиков һәм Латипов Рәсәй Донъя кубогында сығыш яһарға әҙерләнә

Башҡортостан биатлоны тәрбиәләнеүселәре Антон Бабиков һәм Эдуард Латипов Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Донъя кубогында ҡатнаша. Ярыштар 28 ноябрҙә башлана. Валерий Польховский етәкселегендәге команданың тренерҙар штабы шундай ҡарар ҡабул иткән.

«Антон Бабиков ике уҙышта ла лайыҡлы сығыш яһаны. Был спортсыны бөтәһе лә яҡшы белә. Ул беҙ унан хоҡуҡлы уңыштарға ирешер, тип көтә алабыҙ, – тип билдәләне Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры. – Эдуард Латиповҡа функциональ әҙерлек буйынса бер ниндәй ҙә һорауҙар юҡ, ләкин ул атыуҙа ҡалыша. Дөрөҫөн әйткәндә, был йәһәттән беҙ унан күберәкте көткәйнек. Уға ошо компонент өҫтөндә эшләргә кәрәк».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Антон Бабиков Ханты-Мансиҙа әҙерләнгәндә 15 саҡрымға икенсе контроль масс-стартта еңде. Эдуард Латипов был ярыштарҙа бишенсе урынды алды.
Читайте нас: