Бөтә яңылыҡтар
Туризм
14 Ноябрь 2020, 17:00

Башҡорт әҙәбиәте үҫешенә бағышланған кәңәшмә уҙҙы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы киңәйтелгән онлайн ултырыш үткәрҙе.

Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Яҙыусылар союзы вәкилдәре, тәржемәселәр ҡатнашты.
Онлайн тәртиптә үткән ултырышта башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш мәсьәләләре уртаға һалып һөйләшелде, әҙәбиәттең бөгөнгө кимәле ниндәй, яҙыусылар ниндәй проблемалар менән күҙгә-күҙ осраша, йәмғиәт хәҙерге әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынамы – ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләнде.
Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссия ағзаһы, шағирә, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина билдәләүенсә, Азат Баҙрановтың әҫәрҙәре уҡымышлы булған, сит телдәргә тәржемә ителеп, башҡа төбәктәргә лә таралған башҡорт әҙәбиәтселәренең әҙлеге, әҙәби тәнҡиттең жанр булараҡ юғалыуға дусар ителеүе хаҡында яҙып сығарыуы йәмәғәтселектә күп фекер тыуҙырған.
«Башҡорт әҙәбиәте мәсьәләләре хаҡында дәүләт кимәлендә һөйләшеүҙәрҙең күптән булғаны юҡ ине», – тине Лариса Хашим ҡыҙы.
Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев хәҙерге башҡорт әҙәбиәтен үҫтереү тенденциялары менән бүлеште, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов әле 500 авторҙың китаптары нәшриәттә сығыу сиратын көтөп ятыуы хаҡында белдерҙе.
«Бельские просторы» журналының баш мөхәррире Юрий Горюхин әҫәрҙәрҙе башҡорт теленән руссаға тәржемә итә алған оҫталарҙың етмәүе хаҡында һөйләне һәм Яҙыусылар союзында секция рәүешендә тәржемәселәр базаһын булдырырға тәҡдим итте.
Азат Баҙранов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына тәржемә буйынса грант булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.
Фото Зәки Әлибаевтың «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһенән
Читайте нас: