Былтыр муниципалитет «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы буйынса район үҙәгендәге паркты төҙөкләндереүгә 2 миллион ярым һум аҡса алды. Хәҙер парк яңыртылған, Советтар Созы Геройҙары һәм Дан ордены кавалерҙарына ҡуйылған обелисктарҙың постаменттары алмаштырылған, Тыл хеҙмәтсәндәренә обелиск асылған, Еңеүсе-яугир һәйкәле ремонтланған. Быйыл паркта резина япмаһы һәм тренажерҙары булған спорт майҙансығы ла төҙөлгән. Радий Хәбиров Малаяҙ ауылында күп профилле колледж биләмәһендә полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановҡа бюст асыуҙа ла ҡатнашты.
«Артур Фәрүәз улының тыуған көнө алдынан, ике көндән уға 58 йәш тулған булыр ине, һеҙҙең яҡташығыҙ, беҙҙең дуҫыбыҙ, күренекле дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан патриоты Әхмәтханов Артур Фәрүәз улына бюст асабыҙ. Был бик мөһим, сөнки йәштәр, шул иҫәптән һеҙҙең район йәштәре Торналы ауылынан сыҡҡан легендар кеше булғанлығын иҫтә тоторға тейеш. Ябай ауыл малайы ҙур уңыштарға өлгәшә, генерал-майор дәрәжәһенә етә, эске эштәр министры була, бар ғүмерен граждандар һәм ил мәнфәғәтен һаҡлауға арнай. Йәштәребеҙ ошондай яҡты, сағыу шәхестәр миҫалында үҫһен ине», – тине сығышында республика етәксеһе.