Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
16 Ноябрь 2020, 12:00

Ҡыш яҡынлаша. Ниндәй булыр ул?

Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд быйыл 2019 йылдағы кеүек аномаль йылы ҡыштың ҡабатланыуы көтөлмәй, тип белдергән «Известия» гәзитенә. Вильфанд һөйләүенсә, быйыл ҡыш Рәсәйҙең Европа өлөшөндә һәм тотош илдә былтырғыға ҡарағанда һалҡыныраҡ һауа торошо фаразлана.

«Әгәр йылытыу миҙгеленә комплекслы фараз буйынса фекер йөрөткәндә, ил биләмәһендә температураның нормаға ярашлы булыуы күҙаллана... Йәғни ҡыштың былтырғынан һалҡыныраҡ, ләкин, дөйөм алғанда, һыуыҡ булмауы көтөлә», – ти Рәсәйҙең баш синоптигы.
Шул уҡ ваҡытта уның һүҙҙәренсә, илдең Европа өлөшөнөң төньяҡ яртыһында, Урал федераль округында, Себерҙең көнбайыш һәм урта өлөшөндә ҡыш көнө һауа температураһы норманан юғарыраҡ булыр, моғайын. Ләкин ҡышҡа аныҡ фараздар бирергә әлегә иртәрәк.
Роман Вильфанд билдәләүенсә, ноябрь аҙағында Рәсәйҙең Европа биләмәһендә ҡар көтөргә мөмкин. Ләкин илдең Азия биләмәһендә, Уралда, Себерҙә әле үк ҡар күп.
Читайте нас: