Бөтә яңылыҡтар
Туризм
16 Ноябрь 2020, 17:00

Һыуытҡыс, телевизор оторға теләһәгеҙ...

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто баҫмаларына 2021 йылға яҙылған өсөн һыуытҡыс, телевизор, ноутбук, электр самокаты, ҡар таҙартҡыс, «Салауат Юлаев» хоккей командаһы уйынсыларының автографтары менән джерси, «Өфө» футбол клубы уйынсыларының автографтары менән футболка отоу мөмкинлеге бар.

Конкурста ҡатнашыу өсөн 2021 йылдың алты айына йәки 2021 йылға кәмендә ике баҫмаға яҙылырға, исем-шәрифте һәм бәйләнеш өсөн телефонды күрһәтеп, 2021 йылдың 15 ғинуарына тиклем квитанцияның күсермәһен ебәрергә кәрәк. Почта адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто. Электрон адрес: [email protected]. «Яҙыл һәм от» билдәһен ҡуйыу мотлаҡ.
Еңеүселәр 2021 йылдың 27 ғинуарында Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыуында билдәләнә.
Читайте нас: