Туризм
17 Ноября 2020, 10:45

Өфөлә «Бикбай уҡыуҙары»да ҡатнашырға саҡыралар

Р. Т. Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында 10 декабрҙә онлайн форматта Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа һәм Башҡорт теле көнөнә арналған «Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы була. Сараның маҡсаты – уҡыусыларҙың ижади потенциалын асыҡлау, уларҙы Р. Т. Бикбаевтың ижади мираҫына ылыҡтырыу.

Добавить в предпочтительные источники Google
Конференцияла республиканың һәм Рәсәйҙең дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары, шулай уҡ һөнәри, юғары белем биреү ойошмалары студенттары, уҡытыусылар ҡатнаша ала.
Ғаризалар һәм эштәр 9 ноябрҙән 3 декабргә тиклем ҡабул ителә. Конференцияла Рауил Бикбаевтың тормошо, ижады, эшмәкәрлеге тураһында эссе һәм Рауил Бикбаевтың әҫәрҙәре буйынса буктрейлер номинациялары буйынса башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған ижади эштәр ҡатнаша.
Конференцияны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар берекмәһе, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ һәм Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас