Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Ноябрь 2020, 19:00

Совет дипломаты Кәрим Хәкимов хаҡында комикс менән таныштыралар

20 ноябрҙә күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тыуыуға арналған «Кәрим Хәкимовтың йәнле китабы» проекты менән таныштырыу була. Унда рәссам Камил Буҙыҡаев һәм «Муха» студияһының ижади төркөмө ҡатнаша, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.

44 битлек «Абдул-Азиз һәм Кәрим: геройҙар ваҡыты» комиксы башҡорт һәм рус телдәрендә эшләнгән. Бөтәһе 3160 дана сығарылған.
Проектты Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса грант аҡсаһына Башҡортостандың Китапханалар ассоциацияһы әҙерләгән.
«12 йәше тулған балалар башҡорт телен һәм ватандаштарыбыҙҙың тарихын комикс аша өйрәнергә мөмкин. Һәр китапханаға яңы комикстың данаһы тапшырыла», – тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһында.
Презентация көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана. Сара YouTube каналында тура трансляция менән видеоконференцбәйләнеш буйынса ойошторола.
Презентацияны ҡарау өсөн һылтанма: https://youtu.be/DT2KIND9d44/. Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән теләгәндәрҙең барыһын да трансляцияға ҡушылырға саҡыралар. Тура эфир яҙҙырыла.
Читайте нас: