Бының өсөн федераль бюджеттан аҡса бүленгән. Башҡортостан Цифрлы үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең республика заявкалар һаны буйынса Мәскәүҙән ҡала икенсе килә. Проектта ҡатнашыусыларҙың күбеһе һанлы маркетинг һәм медиа йүнәлешен һайлаған. Иң популяр программалар араһында сайт булдырыу, интернет-маркетинг, социаль селтәрҙәрҙә эшләү кеүек һөнәрҙәр күрһәтелгән.