Бөтә яңылыҡтар
Туризм
18 Ноябрь 2020, 12:00

Ҡалабыҙҙа Volkswagen һәм Škoda өсөн деталдәр сығарыла башлай

Бәләбәй «Автонормаль» заводы «ФОЛЬКСВАГЕН.. Груп Рус» компанияһын беркетеү деталдәре менән тәьмин итәсәк. Ошо турала дүрт йылға килешеү төҙөлдө.

Предприятие Volkswagen һәм Škoda еңел автомобилдәре өсөн йыл һайын туғыҙ миллион берәмектән ашыу беркетеү детале сығарасаҡ. Әле был деталдәр «ФОЛЬКСВАГЕН Груп Рус»тың Калугалағы заводында һәм Түбәнге Новгородтағы айырымланған подразделениеһында ҡулланыла. Килешеүгә ярашлы, предприятие продукцияның яңы 20 төрөн үҙләштергән. Улар ныҡлыҡҡа һынауҙы уңышлы үткән.
– «Автонормаль» заводының Рәсәйҙә «ФОЛЬКСВАГЕН Груп Рус» өсөн беркетеү деталдәре сығарған тәүге предприятие булыуы – етештереүсе өсөн дә, Рәсәйҙәге тотош автокомпоненттар тармағы өсөн дә ҙур ҡаҙаныш. Volkswagen һәм Škoda маркалары стандарттары юғары, һәм Рәсәй компоненттарын файҙаланыуҙы локалләштереү кимәлен артабан да арттырыуҙы аңлата, – тине Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Александр Морозов.
Читайте нас: