Уның составына, республика парламенты депутаттары менән бер рәттән, прокуратура, республика хөкүмәте, Башҡортостан Башлығының муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү буйынса идаралығы, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү советы вәкилдәре инде. Эшсе төркөмдө парламенттың урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары комитеты рәйесе Салауат Хөсәйенов етәкләй.
«Хәҙер төп бурыс – закон халыҡҡа проблемалар тыуҙырмаһын, ә ыңғай үҙгәрештәргә килтерһен өсөн уны контролдә тотоу,– тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Халыҡтан килгән мөрәжәғәттәргә һәм ялыуҙарға иғтибар итербеҙ, ҡатмарлы хәлдәр килеп тыуған осраҡта урындағы хакимиәттәр менән бергә асыҡларбыҙ. Етешһеҙлектәр табылһа, законды ҡайтанан әҙерләрбеҙ».