Фестивалгә күрше төбәктәрҙән ҙә килгәндәр. Сарала Бәләбәй коллективтары ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән. Төрлө йәш төркөмдәрендә «Задоринки» вокаль ансамбле, «Реченька» рус йыры халыҡ ансамбле, «Русские звоны» халыҡ хор коллективы «Халыҡ вокалы» номинацияһында беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булған. «Хореография» номинацияһында «Хәрәкәт» ансамбле төрлө йәш төркөмдәрендә беренсе һәм икенсе дәрәжә дипломдарын яулаған, ә «Аҡбуҙат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле – беренсе дәрәжә дипломанты. «Халыҡ йолаһынан өҙөк» номинацияһында «Паяц» эстрада миниатюралары театры икенсе дәрәжә дипломанты булған.