Спикерҙар Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы директоры урынбаҫары Рөстәм Байбурин, Күмертау ҡалаһының, Шишмә һәм Өфө райондарының бизнес-шерифтары сығыш яһай. Улар тура эфирҙа бирелгән финанс ярҙамына нисек эйә булыу, кем һәм ниндәй суммаға иҫәп тота алыуы тураһындағы һорауҙарға яуап бирә.