Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Ноябрь 2020, 17:00

Талант-һәләттәрегеҙҙе күрһәтегеҙ!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт теле йылына арналған бер нисә интернет-конкурс иғлан итте. Уларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡыралар.

«Әсәм теле – сәсән теле» шиғыр һөйләүселәр конкурсында ҡатнашыусылар 2020 йылдың юбиляр шағирҙары әҫәрҙәрен яттан һөйләп, видеояҙмаларын социаль селтәрҙәрҙә урынлаштыра. Ш. Бабич, М. Ғафури, К. Кинйәбулатова, А. Игебаев, Ф.Туғыҙбаева, Ф. Аҡбулатова һәм башҡаларҙың шиғырҙарын һайларға мөмкин. Конкурста 18 йәштән өлкәндәр ҡатнаша.
Ҡатнашыусы башҡорт телендә шиғырҙы яттан һөйләп, үҙенең асыҡ сәхифәһенә ҡуя һәм яҙмаһын #ШиғриТел хештегы менән билдәләргә тейеш. Эштәр 2020 йылдың 28 ноябренә тиклем ҡабул ителә.
Был конкурста башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән кешеләр ҙә ҡатнаша ала. Улар яҙмаларын #ШиғриТел2 хештегы менән билдәләргә тейеш.
Еңеүселәр ике номинацияла – башҡорт телен туған теле булараҡ һәм башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндәр араһында айырым билдәләнә.
Видеояҙма 3 минуттан артмаҫҡа тейеш. Конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәрҙә ҡатнашыусының исем-шәрифе, уҡыған/эшләгән урыны (ҡала, районды мотлаҡ яҙырға), әҫәр исеме, авторы мотлаҡ яҙылырға тейеш.
Икенсе конкурс – «Матур донъя» видеояҙмалар бәйгеһе йәштәрҙә тарихҡа, мәҙәниәткә, тыуған яҡ тәбиғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында үткәрелә. Конкурста 14-30 йәштәгеләр ҡатнаша ала.
Ҡатнашыу өсөн социаль селтәрҙәрҙәге асыҡ сәхифәлә («Бәйләнештә» йәки «Инстаграм»да) #МатурДонъя хештегы менән билдәләп, видеояҙма һалырға кәрәк. Роликта тыуған яғығыҙҙың матур урынын төшөрөгөҙ, сәфәрегеҙ тураһында тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ.
Шарттары: тревел-видео жанрында оҙонлоғо 3 минуттан артмаған видеояҙма төшөрөрөгә һәм монтаж эшләргә. Роликта туристар өсөн ҡыҙыҡ булырлыҡ берәй матур урынды һүрәтләргә. Яҙма башҡорт телендә булырға тейеш.
Ижад даирәһе сикләнмәй: видеоны текст, слайд-шоу, тауыш эффекттары менән байытырға мөмкин. Жюри телмәр таҙалығы, мәғлүмәт тулылығы, юмор, видео сифаты, монтаж кимәле кеүек сифаттарға иғтибар итәсәк.
Был конкурс буйынса эштәр 2020 йылдың 28 ноябренә тиклем ҡабул ителә.
«Тырыш!» йүнселдәр өсөн конкурс. Конкурста ҡатнашырға шәхси эшҡыуарҙар, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси хужалыҡтар, үҙмәшғүлдәр (шул иҫәптән һөнәрселәр) саҡырыла. Йүнселдәргә үҙ эше, тауары тураһында реклама ролигы төшөрөп, социаль селтәрҙәге асыҡ сәхифәлә (Бәйләнештә йә Инстаграмда) #Тырыш хештегы менән билдәләргә кәрәк. Иң сағыу һәм үҙенсәлекле реклама төшөрөүселәргә роликтарын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында күрһәтеү мөмкинлеге бирелә.
Видеояҙма башҡорт телендә булырға һәм оҙонлоғо 1 минуттан артмаҫҡа тейеш. Эштәр шулай уҡ 2020 йылдың 28 ноябренә тиклем ҡабул ителә.
«Матур донъя», «Әсәм теле — сәсән теле», «Тырыш!» конкурстарына ерле һөйләштәр өсөн хас үҙенсәлекле телмәр ҡулланылған эштәр ҙә ҡабул ителә.
Еңеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты диплом һәм бүләктәр менән билдәләйәсәк. Бүләкләү тантанаһының урыны һәм теүәл ваҡыты Ҡоролтай сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә иғлан ителәсәк.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (347) 246-32-47, 8 (347) 246-32-58.
Фото Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан
Читайте нас: