Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Ноябрь 2020, 12:00

Тормоштоң бөтә өлкәләре сағылған платформа эшләй

Өфөлә Республикаға идара итеү үҙәге эшләй башланы. Башҡортостан граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән йылдам эшләү һәм уларға аналитика буйынса Мәскәү өлкәһенең ыңғай тәжрибәһен файҙаланған пилот төбәктәрҙең береһенә әүерелде.

Республикаға идара итеү үҙәге – төбәк тормошоноң бөтә өлкәләре сағылған берҙәм һанлы платформа ул. Уның нигеҙен мәғлүмәт системалары тәшкил итә. Системаның бер өлөшө ғәмәлгә индерелде, ул әүҙем файҙаланыла – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ситкә сығарыуға аналитика системаһы, юл инфраструктураһы өлкәһендәге эштәргә контроль һәм уларҙы планлаштырыу системаһы һәм башҡалар.
Республикаға идара итеү үҙәге өс блоктан тора – социаль коммуникациялар, мәғлүмәттәр һәм иҡтисади аналитика. Социаль коммуникациялар блогы республика халҡының мөрәжәғәттәре менән эште, үҙ-ара бәйләнеште, проблемаларҙы асыҡлауҙы һәм төҙәтеүҙе тәьмин итә. Уның нигеҙе – «Инцидент менеджменты» системаһы.
Башҡортостандағы яңы үҙәктең башҡа төбәктәрҙәгенән айырмаһы – иҡтисади аналитика блогы. Уның бурысы – халыҡтың теге йәки был проблемаһын хәл иткәндә иҡтисади яҡтан маҡсатҡа ярашлылыҡты анализлау, кәрәк булғанда, бюджетҡа төҙәтмәләр индереү мөмкинлеген, төбәккә ресурстар йәлеп итеү, уның инвестиция ҡеүәһен арттырыу.
Өсөнсөһө – мәғлүмәттәр блогы – власть органдары һәм муниципалитеттар эше, Башҡортостанды үҫтереү мәсьәләләре буйынса ҡарар ҡабул итеүгә кешеләрҙең йәлеп ителеүе тураһында халыҡҡа мәғлүмәт еткереү.
Тәүге арала яңы үҙәк төбәк Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы нигеҙендә эшләйәсәк, артабан айырым бинаға күсәсәк.
Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин әйтеүенсә, бындай идара итеү үҙәге барлыҡҡа килеү – алға табан ҙур аҙым ул. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Республикаға идара итеү үҙәген үҙенсәлекле проект офисы, тип атаны.
Фотолар Республикаға идара итеү үҙәгенән
Читайте нас: