Аҙна башында һалҡын үтеп ингәндән һуң, ниһайәт, республикала ошо ваҡыт өсөн ғәҙәти һауа температураһы көтөлә. Бер аҙ ҡар яуа, ләкин боҙло ямғыр булыуы ихтимал, юлдарҙа боҙлауыҡ.
Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә төнгө сәғәттәрҙә -9, -14, республиканың көньяҡ-көнсығышында -20 градус булыуы ихтимал. Көндөҙ һауа температураһы башлыса -2,-7 градус. Яуым-төшөм көтөлмәй, төндә һәм иртән томан төшөүе мөмкин, урыны менән боҙлауыҡ һаҡлана.
Киләһе аҙнаның башында Башҡортостанға көнбайыштан яуым-төшөм ихтималлығын арттырған түбән баҫым яҡынлаша. Күкте болот ҡаплағанда һауа температураһы төндә юғарыраҡ була, тип фаразлай Башгидромет.