2020 йылда республикала уның сиктәрендә 213 километр автомобиль юлы ремонтланған, 12 саҡрым самаһы тулы төҙөкләндереү үткән. Был турала транспорт аҙналығы йомғаҡтарына арналған кәңәшмәлә ил хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Марат Хөснуллин белдерҙе. Фекер алышыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Марат Хөснуллин белдереүенсә, коронавирус пандемияһына ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә юл хужалығын заман талабы нигеҙендә камиллаштырыуға иғтибар кәмемәгән. Күрһәткестәр хатта планлаштырылғандан да артып киткән.
Кәңәшмәлә Башҡортостанда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты үтәлеше юғары баһаланды. Республика был йәһәттән илдә алдынғы төбәктәр исемлегендә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала юлдар төҙөклөгөнә даими иғтибар бүленеүен билдәләп, уларҙы иҡтисадтың ҡан тамырҙарына тиңләне.
Мәскәүҙә Башҡортостан башлығы шулай уҡ хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Марат Хөснуллин менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Уның барышында 2024 йылға тиклем республиканың юл инфраструктураһын артабан камиллаштырыу мөмкинлектәре, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә торлаҡ төҙөлөшөнөң өс йыллыҡ планы ҡаралды.