Бөтә яңылыҡтар
Туризм
21 Ноябрь 2020, 17:00

Һәр йома – бәйге

Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге Башҡорт теле көнөнә арналған заманса бәйге ойоштора.

Этноквиз тип аталған уйында башҡорт теле, мәҙәниәте һәм тарихына бәйле 5 этаптан торған викторина ҡаралған. Сара 11 декабргә тиклем һәр йома ойошторола.
Унда ҡанташыу өсөн bash-mir.ru сайтына инергә кәрәк. Бәйгелә төп приз булараҡ планшет уйнатыла.
Читайте нас: