Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
22 Ноябрь 2020, 12:00

Гранттар конкурсына ғаризалар алыу тамамланды

Республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды 18 ноябрҙә Башҡортостан Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары конкурсына ғаризалар алыуҙы тамамланы.

Конкурс талаптарына ярашлы, ғариза биреүселәр мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары һәм йәштәр сәйәсәте өлкәләрендә республиканың дәүләт телдәрен һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә башҡорт телен киңерәк таратыуға йүнәлтелгән проекттар тәҡдим итергә тейеш ине.
Быйылғы конкурсҡа 205 проект ҡабул ителгән. Был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 41 проценҡа күберәк һәм, Фонд тарафынан ойошторолған барлыҡ конкурстар буйынса алып ҡарағанда, иң юғары һөҙөмтә.
Быйыл республикала йәшәгән 13 төрлө милләттең – башҡорт, рус, татар, мари, удмурт, украин, белорус, иврит, сыуаш, мордва, ҡаҙаҡ, немец һәм латыш – теленә ҡағылышлы проекттар тәҡдим ителгән.
Муниципаль бюджет учреждениеларынан – 102, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан – 76 һәм дәүләт бюджет учреждениеларынан 21 заявка килгән. Бынан тыш, автономиялы учреждениеларҙан алты проект алынған, әммә, конкурс талаптарына ярашлы, улар ҡатнашыусы була алмай.
«Әлеге мәлдә Фонд тарафынан документтарҙың теүәллеге, тейешле талаптарға яуап биреүе тикшерелә. Грант еңеүселәре 2021 йылдың ғинуарында билдәле буласаҡ», – тине Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Люция Юлыева.
Фото фонд сайтынан
Читайте нас: