Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Ноябрь 2020, 18:00

Тиҙерәк конькиҙа шыуаһы ине!

Тәүге һыуыҡтар башланыу менән ҡала халҡы яратҡан саңғы-конькиҙарын әҙерләй ҙә башланы.

Ә ҡасаныраҡ боҙҙа шыуып буласағы хаҡында «Чемпион» учреждениеһы директоры Максим Кудряшов һөйләне:
– Морозов һәм Революционерҙар урамдарындағы хоккей майҙансыҡтарына һыу һибеп туңдыра башланыҡ инде. Стадионда, үкенескә күрә, әлегә каток яһап булмай, ҡар аҙыраҡ. Ныҡлап туңмаған ер, үлән боҙ ҡатырыу мөмкинлеге бирмәй. Шуға көндәр торошон күҙәтеп торабыҙ, күпләп ҡар яуыу менән каток буласаҡ.
Читайте нас: