Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Ноябрь 2020, 16:30

Викторинала ҡатнашыу өсөн бөгөн теркәлергә кәрәк

Иртәгә күренекле совет дипломаты һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәре Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған интернет-викторинала ҡатнашыу мөмкинлеге бар.

Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған интернет-викторинаның маҡсаты – күренекле совет дипломатының тормошо һәм эшмәкәрлегенә йәш быуында ҡыҙыҡһыныу уятыу. Бында республикабыҙ белем биреү учреждениеларының VI – XI кластар уҡыусылары көсөн һынай ала.
Интернет-викторинала ҡатнашыу өсөн бөгөн, 23 ноябрҙә, сайтта теркәлергә кәрәк. Ә 24 ноябрҙә интернет-викторина иртәнге 10-дан киске 5-кә тиклем үтәсәк. Ҡатнашыусыларға яуап варианттары менән 40 һорау ебәрелә, уларҙың дөрөҫтәрен генә һайларға кәрәк. Тесты үтеү өсөн 1 сәғәт ваҡыт бирелә.
Интернет-викторинаны үткән һәр береһенә ҡатнашыу сертификаты биреләсәк. Барыһы хаҡында тулыраҡ Мәғариф һәм фән министрлығының сайтында алырға мөмкин.
Читайте нас: