Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Ноябрь 2020, 15:00

Бәләбәйгә эш сәфәре менән Радий Хәбиров килде

Бөгөн Бәләбәйгә эш сәфәре менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде. Ул ит эшкәртеү комбинаты төҙөлгән урында булды.

Башҡортостан ит компанияһының генераль директоры Ринат Зәйнуллин предприятиеның 70 мең квадрат метр майҙан биләйәсәге хаҡында һөйләне. Проектҡа һалынасаҡ инвестицияларҙың дөйөм күләме 10 млрд һум тирәһе көтөлә. Был проект әлегә республикала иң ҙурҙарҙың береһе һанала.
«Таврос» компанияһы предприятиела үҙ сусҡасылыҡ комплекстарында үҫтерелгән сусҡалар итен эшкәртергә һәм затлы төркөмгә ҡараған колбаса изделиелары сығарырға ниәтләй.Йылына 1 млн баш мал һуйыласаҡ. «Пландағыса, 1200 эш урыны булдырабыҙ. Тәүге этапта цехтар төҙөлә, ит-колбаса изделиелары етештерелмәй. Компания проект-тикшеренеү, ваҡытлыса электр менән тәьмин итеү, ваҡытлыса автомобилдәр юлы буйынса төҙөлөш-монтаж эштәре башҡарыуға һәм төҙөлөш майҙансығы әҙерләүгә 100 млн һум аҡса һалды ла инде», – тип хәбәр итте Ринат Зәйнуллин.
Башҡортостан ит компанияһы ғәмәлдәге инженерлыҡ һәм транспорт инфраструктураһына технологик тоташыу мөмкинлеге алыу йәһәтенән алдан килешеү документтары алған да инде.
Рәсимә Сабитова материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
#Бәләбәйхәбәрҙәре#Бәләбәй#БәләбәйТОСЭР#таврос#РадийХәбиров#Башҡортостан
Читайте нас: