Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Ноябрь 2020, 17:00

Байҙар һалымды күберәк түләйәсәк

Президент Владимир Путин ошондай законға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, йылына 5 миллион һумдан күберәк табыш алғандар 15 процент һалым түләй.

Әле ябай граждандарға физик шәхестәр килеменә һалым, йәғни НДФЛ, 13 процент менән билдәләнгән. Юғарыраҡ түләүҙән килгән табыш ауыр һәм хроник сирле балаларҙы дауалау өсөн тотонола. Эксперттар фекеренсә, байҙар өсөн һалымдан киләһе йыл бюджет 60 миллиард һумға тулыланырға тейеш.
Читайте нас: