Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Ноябрь 2020, 19:00

Халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәрен һөйөүселәр, һеҙҙең өсөн!

Республикабыҙҙа Башҡорт теле көнөнә арналған тағы бер сара башланды. Ул башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен башҡарыусыларҙың «Үлемһеҙ йырҙар» онлайн-фестивале.

Фестивалдә 16 йәштән 65 йәшкә тиклем башҡорт оҙон көйөн һәүәҫкәр башҡарыусылар ҡатнаша ала. Бының өсөн башҡорт халыҡ йырын башҡарып, өс минуттан артмаған видеороликты #үлемһеҙйырҙар2020 хэштегы менән социаль селтәргә һалырға кәрәк.
Онлайн-фестивалгә йомғаҡ 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә яһала.
Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50.
Читайте нас: