Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Ноябрь 2020, 12:00

Медицина ярҙамы күрһәтеү кимәле күтәрелә

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылға тиклем һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу өсөн Башҡортостан федераль бюджеттан 15,6 миллиард һум аҡса аласаҡ, тип белдерҙе. Киләһе йылда беренсе транш бүленәсәк, уның күләме – 2,6 млрд. һум.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, Башҡортостан программаһын Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эталонлылар иҫәбенә индергән. Был беҙҙең республика тәжрибәһе башҡа төбәктәргә таратыласағы хаҡында һөйләй.
Программа тәү сиратта 50 меңдән кәмерәк кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа беренсел медицина ярҙамы кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән. 2021-2025 йылдарҙа уның бюджеты 19,8 миллиард һум тәшкил итә. Был аҡсаның 15,6 миллиард һумы федераль бюджеттан, 2,8 миллиарды – республиканан.
Модернизация программаһы сиктәрендә республика биләмәһендә 11 поликлиника, өс участка һәм бер район үҙәк дауаханаһы, 21 дөйөм практика табибы офисы, 42 табип амбулаторияһы, 456 фелдьшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк, ике поликлиника төҙөкләндереләсәк. Дүрт үҙәк район дауаханаһы, 11 участка дауаханаһы, 48 поликлиника, 20 амбулатория һәм ике ФАП капиталь ремонтланасаҡ.
Шулай уҡ модернизация программаһына медицина техникаһы менән ҡорамалландырыу һалынған. Һүҙ ИВЛ, УЗИ аппараттары, маммограф, томографтар алыу тураһында бара. Быға дөйөм алғанда 6,5 миллиард һум тотоноласаҡ. 800 миллион һумға автомобиль техникаһы алынасаҡ.
Киләһе йыл пландарына туҡтап, Максим Забелин һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыуға 3,2 миллиард һум тотоноласаҡ тине. Уның 2,6 миллиард һумы федераль бюджеттан. 2,4 миллиард һум биналарҙы төҙөү һәм капиталь ремонтҡа йүнәлтеләсәк, 534 млн һумға медицина техникаһы, 86 миллион һумға табиптар өсөн машиналар алынасаҡ.
– Был бик ҙур һәм яҡшы программа, – тине Радий Хәбиров. – Министрлыҡ хеҙмәткәрҙәренә яҡшы ойошторолған заявка кампанияһы өсөн рәхмәт әйтәм. Хәҙер планлаштырғандарҙың барыһын да тормошҡа ашырырға кәрәк. Финанслау – уңыштың яртыһы ғына. Хәҙер юғары кимәлдә төҙөлөш эштәре башҡарырға, техника һәм ҡорамал һатып алырға кәрәк. Эшләйәсәкбеҙ.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан
Читайте нас: