Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Ноябрь 2020, 16:20

59 йыл һөйөндөрә лә, көйөндөрә лә

Бөгөн «Салауат Юлаев» хоккей командаһы ойошторолоуға 59 йыл.

«Салауат Юлаев» хоккей клубы – Өфө ҡалаһында 1961 йылда ойошторолған шайбалы хоккей командаһы. 2008 йылдан Рәсәйҙең Континенталь хоккей лигаһы составында уйнай. Ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, Гагарин Кубогын яулаусы, Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһында дүрт тапҡыр еңеүсе ул беҙҙең «Салауат Юлаев».
Бөгөн хоккейсыларыбыҙ сираттағы уйынын үткәрә. Юлаевсылар үҙ майҙанында Татарстандан «Нефтехимик» командаһын ҡабул итә.
Уйын 19 сәғәттә башлана, уны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы күрһәтә.
Еңеү теләйек яратҡан командабыҙға!
Читайте нас: