Уның һүҙҙәренсә, ныҡлыҡ характеристикаларын юғалтыу сәбәпле плинтын – квадрат плитәһен, постаментын алмаштырыу талап ителә. Шулай уҡ һәйкәлдәге аттың аяҡтарын нығытырға кәрәк.
– Һәйкәл ваҡыт һынауы арҡаһында ярыҡтар менән сыбарланып бөткән. Тирә-яҡ мөхиттең тәбиғи факторҙары уны ошондай хәлгә килтергән, – ти Олег Полстовалов.
Мәғлүм булыуынса, быйыл майҙа Өфө ҡала хакимиәтенә һәйкәлде тейешле кимәлдә тотмаған өсөн 200 мең һум штраф һалынды. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, әле һәйкәлгә капиаль ремонт эшләү буйынса проект-тикшереү эштәре алып барыла. Ул йыл аҙағына тиклем әҙер буласаҡ.
«БХ белешмәһе». Салауат Юлаев һәйкәле 1967 йылда ҡуйыла. Авторы – билдәле скульптор Сосланбәк Тавасиев. Скульптураның бейеклеге 9,8 метр, постаменты менән бергә 14 метрға тиң, ауырлығы – 40 тонна. Салауат Юлаев һәйкәле Европалағы иң ҙур атлы статуя тип иҫәпләнә. Шундай ауыр һәйкәл бары өс таяныу нөктәһенән генә тороуы менән дә үҙенсәлекле.