Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Ноябрь 2020, 13:00

Приют ҡасабаһы төҙөкләндерелә

Һуңғы йылдарҙа Приют ысын мәғәнәһендә яңы һулыш кисерә, тип әйтергә була. Республика башлығы ҡарарына ярашлы, ҡасабаны үҫтереү буйынса махсус программа ҡабул ителгән. Бәләбәй районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров халыҡ менән осрашыуҙа белдереүенсә, ул киләһе йылдарҙа ла эшләйәсәк.

Ҡасабаның Дан паркы ике йыл дауамында тәртипкә килтерелә. Уның биләмәһе 10 гектарҙан ашыу. Майҙандың яртыһынан ашыуын бейек ағастар биләй. Ремонт эштәре әле лә дауам итә. Мемориаль комплекс, юлдар, постаменттар яңыртыла, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыла. Төҙөкләндереү быйыл да дауам итә. Ике йылда паркты тәртипкә килтереүгә 18 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән. Киләһе йыл йәшел зонаны таҙартыу, велосипед һуҡмаҡтары һалыу ҡаралған.
Приютта «Башҡортостан ихаталары» программаһы ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Былтыр уның сиктәрендә күп ҡатлы 13 йортто үҙ эсенә алған майҙансыҡ тәртипкә килтерелгән. Быйыл да ремонт өсөн халыҡ күп йәшәгән биләмә һайланған. Эш комплекслы рәүештә алып барылған, йәғни уйын, спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндереү менән бергә автомобилдәр ҡуйыу урындары ла эшләнгән, асфальт ҡатламы яңыртылған.
Ҡасабаның «Нефтсе» спорт майҙанын да ремонт эштәре көтә. 1983 йылда сафҡа индерелгән стадион күптән заман талаптарына яуап бирмәй. Бында кейем алмаштырыу, йыуыныу бүлмәләре, тренерҙар өсөн кабинеттар юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, стадионда 100-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә. Радий Хәбиров, халыҡтың теләген иҫәпкә алып, проект әҙерләргә ҡушты.
Читайте нас: