Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев әйтеүенсә, проектта нигеҙҙә республика халҡы ҡатнаша, шуға күрә яңыртылған логотип биҙәлешендә милли символикаға географик бәйләнеш файҙаланылған, милли флагтағы төҫтәргә һылтанма яһалған, Башҡортостандың төп геральдика символдарының береһе ҡурай һүрәтләнгән.
– Ҡулланыу патриотизмы йәки гастрономия ватансыллығы тигән төшөнсә бар. Беҙ республика халҡын үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарға өҫтөнлөк биреүгә йәлеп итергә теләйбеҙ. Тамға әллә ни ҙур түгел. Ул биҙәлешкә заман ҡуйған талаптарға яуап бирә – ябай ҙа, йыйнаҡ та. Был юлы «еңелерәк» төҫтәр ҡулланылды. Улар тәбиғи һәм экологик яҡтан таҙа продукт менән ауаздаш. Дизайндың төп өлөшө – ҡул һуҙымынан да еңел уҡыла торған текст, – тине Алексей Гусев.
Әле тамға типография ҡорамалында тест үтә. Яңы фирма стиле коллектив ижад емешен тәшкил итә. Уны яһағанда 500-ҙән ашыу кешенең, сауҙа селтәрҙәренең, ҡулланыусыларҙың фекере өйрәнелгән. Ошо тикшеренеү һөҙөмтәләре яңы брендтың нигеҙенә һалынған.