Бөтә яңылыҡтар
Туризм
26 Ноябрь 2020, 19:00

Эшлеләр һәм эшһеҙҙәр иҫәпләнгән

Республика биләмәһендә 2020 йылдың июль-сентябрь айҙарында 15 йәштән өлкәнерәк эшсе көстәр һаны 1,938 миллион кешегә еткән, тип хәбәр итте республика статистиктары, һайланма тикшереү мәғлүмәттәренә таянып.

1,938 миллион иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һанынан 1,811 миллиондан ашыуы иҡтисадта мәшғүл, 127 меңгә яҡыны эшһеҙ тип билдәләнгән.
Дөйөм алғанда, хәҙер Рәсәйҙә эшсе көстәр һаны яҡынса 75,173 миллион кеше тәшкил итә, уларҙың 14,778 миллион самаһы Волга буйы федераль округына тура килә.
Быйыл июль-сентябрҙә Башҡортостанда дөйөм эшһеҙлек кимәле 6,5 % тәшкил иткән. Сағыштырыу өсөн: илдә эшһеҙлек кимәле уртаса 6,3 % тиң, Волга буйы федераль округында тағы ла аҙыраҡ – 5,6 %.
Фото Башинформдан
Читайте нас: