Иртәнге сәғәттәрҙә асыласаҡ үҙәк эргәһенә кеше күп йыйылды. Әммә пандемияға бәйле уны асыу тантанаһында аҙ кеше ҡатнашты.
– Беҙҙең Бәләбәй өсөн был һиҙелерлек ваҡиға, – тип билдәләне Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Татьяна Горденко. – Сауҙа үҙәгенә бәләбәйҙәр генә түгел, күрше райондарҙан да кеше күп йөрөр, тип ышанам.
Үҙәккә ингән ерҙә тиҙҙән ҙур аҙыҡ-түлек супермаркеты асыласаҡ, «Эльдорадо», «Поларис» көнкүреш техникаһы, ювелир әйберҙәре магазиндары эшләйәсәк; «Балалар донъяһы» үҙәге, «Модалар үҙәге» һ.б. магазиндар эш башлаған да инде.
Тауарҙы Ҡырғыҙстандан, Узбәкстан, Мәскәү, Беларусссиянан һ. б. килтерәләр.