Тәү ҡарашҡа, һорауҙың булыуы ла мөмкин түгел кеүек, сөнки Рәсәйҙәге татлы ризыҡтар араһында Башҡорт балы алдынғылыҡты ышаныслы яуларға тейеш. Әммә асылда иһә, хәл башҡасараҡ икән. Балдар араһындағы ярышта Башҡорт балы, 27 ноябргә 5730 тауыш йыйып, икенсе урынды биләй. Баҡтиһәң, Татар балынан ҡалышабыҙ, өҫтәүенә күрше республикала «Кукмара балы» тигән бренд аҫтында сыҡҡан йәнә бер татлы ризыҡ үксәбеҙгә баҫып килә. Беҙҙең Бөрйән һәм Иглин балдары конкурстың был рейтингында 16-сы һәм 17-се урындарҙы биләй.
Башҡорт балының сифаты ла яҡшы, танылыу ҙа яулаған, тик уға тауыштар һаны ғына етмәй. Дөйөм рейтингта ул хатта тәүге егерме иҫәбенә лә инмәгән. Конкурста призлы урынға дәғүә итеү өсөн тағы ла кәмендә 15 мең тауыш йыйырға кәрәк.