Бөтә яңылыҡтар
Туризм
28 Ноябрь 2020, 17:00

Ирекмәндәр хеҙмәтенә хөрмәт

Радий Хәбиров ирекмәндәр өсөн почетлы награда булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығының «Башҡортостан Республикаһының Почетлы ирекмәне» билдәһе менән республика кешеләрен, шулай уҡ Башҡортостан биләмәһендә ирекмәнлек хәрәкәтен үҫтереүгә өлөш индергән Рәсәйҙең башҡа төбәктәре һәм сит ил дәүләттәре вәкилдәрен бүләкләй аласаҡтар. Указ менән билдәнең положениеһы, уның аңлатмаһы һәм награданың һүрәте раҫланған.
Почет билдәһен әҙерләү һәм уның өсөн танытма бланкын булдырыу өсөн финанслау сығанағын республика Хөкүмәте асыҡларға тейеш. Ә Башҡортостан Башлығының эштәр идаралығы уны әҙерләүҙе тәьмин итергә бурыслы.
Читайте нас: