Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
29 Ноябрь 2020, 17:00

Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы юлы 2022 йылда файҙаланыуға тапшырыла

Был турала Ҡариҙел районына эш сәфәре барышында Республика Башлығы белдерҙе. Радий Хәбиров төбәктә тотош төнъяҡ-көнсығыш зона өсөн әһәмиәтле юл төҙөлөшө менән танышты.

Ҡариҙел районы һымаҡ таулы-урманлы зонала юл һалыуы еңел түгел. Төҙөүселәргә был трассаны ысын мәғәнәһендә тау-таш аҡтарып, метрлап ыратырға тура килә. Бынан тыш автомобиль юлы бер нисә йылға аша үтә, күперҙәр ҡороу ҙа эште тотҡарлай.
Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы трассаһын сафҡа индереү 3 йыл элек башлана, проекттың дөйөм хаҡы 3 миллиард һумға яҡын. Уның төп өлөшө федераль ҡаҙнанан. Төҙөлөш эштәре бер нисә этапта алып барыла. Ҡариҙел аша урау юл һәм йылға аша күпер файҙаланыуға тапшырылған, әле төҙөлөш ҡалған 40 километрҙа бара. Радий Хәбиров белдереүенсә, графиктан ҡалышыу бар. Ә федераль финанслау хаҡында һүҙ барғанда, сроктарҙы боҙмау шарт.
Трассаның файҙаланыуға тапшырылыуы Ҡариҙелдәр өсөн генә түгел, тотош төнъяҡ-көнсығыш зона өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Инфраструктура туризмды үҫтереү, инвесторҙар йәлеп итеү мөмкинлеге бирергә тейеш.
Республика Башлығы билдәләүенсә, был автомобиль юлы иң күләмле төбәк проекттарының береһе. Ул район, төбәк-ара транспорт бәйләнешен нығытыуҙан тыш, Яңауыл тимер юл станцияһына, Бөрө, Дүртөйлө йылға порттарына ла тура юл аса.
71 километр оҙонлоғондағы Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы автомобиль юлын сафҡа индереү республикала транспорт хәрәкәтен көйләү мөмкинлеге аса. Ул Башҡортостандың төнъяҡ-көнсығыш райондарын үҙәк зона менән тоташтыра. Шулай уҡ М-5, М-7 трассаһындағы автомобилдәр ағымы кәмер, күрше Силәбе, Свердловск өлкәләренә сығыу еңелләшер, тип көтөлә.
Читайте нас: