Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
29 Ноябрь 2020, 14:15

Япондар беҙҙән прополис көтә

Япония Башҡортостандан эшкәртелмәгән прополис һатып алырға ниәтләй. Был хаҡта күптән түгел Рәсәйҙең Япониялағы сауҙа вәкиле Алексей Караиванов менән берлектә ойошторолған «Сауҙа вәкиле менән сәғәт» видеоконференцияһында асыҡланды.

Баҡтиһәң, Япония Башҡортостандан эшкәртелмәгән прополис һатып алыу менән ҡыҙыҡһына икән. Белеүебеҙсә, прополис – бик ҡиммәтле продукт. Ул сәләмәтлек өсөн файҙалы булыуы менән киң танылған.
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева билдәләүенсә, япондар бал ҡушылған кондитер изделиеларҙы ҡулланыу буйынса рекордсы. Республикабыҙ иһә тотош донъяға бал төбәге булараҡ билдәле һәм ул япондар менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер.
Читайте нас: