Бөтә яңылыҡтар
Туризм
30 Ноябрь 2020, 20:20

COVID-19 менән нисә йәштәгеләр йышыраҡ ауырый

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы йоҡторғандарҙың һаны 14 264-кә етте. Был хаҡта COVID-19-ға ҡаршы көрәш буйынса төбәк оператив штабы белдерҙе.

Һуңғы тәүлектә сир йоҡтороуҙың 138 осрағы асыҡланған.
Пандемия башланғандан алып 11 922 пациент яңы ауырыуҙы еңгән. Һуңғы тәүлектә 32 кеше һауыҡҡан. Шулай уҡ оператив штаб тағы бер үлем осрағы хаҡында хәбәр итте.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, бөгөнгә сирлеләрҙең 48 % – 26-50 йәшлектәр, 22 % – 50-60 йәшлек пациенттар.
Республикала әлеге ваҡытта COVID-19 диагнозы менән дауаханала ятҡан 537 пациенттың 38-е – ауыр хәлдә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 65 йәштән өлкән граждандар өсөн изоляция тәртибе ғәмәлдә.
Читайте нас: