Бөтә яңылыҡтар
Туризм
30 Ноябрь 2020, 13:00

Камила киләсәккә билет ала

Бөгөн Башҡортостан юлдаш каналын ҡарарға онотмағыҙ әле. «Тау-тау яңылыҡтар» тапшырыуында 16 сәғәт 15 минутта башҡорт гимназия-интернатының һигеҙенсе класс уҡыусыһы Камила Ишәеваның «Киләсәккә билет» проектына төшөргән сюжетын күрһәтәсәктәр.

Был проект платформаһына видеоматериалдар күп килгән. Ойоштороусыларға Камиланың сюжеты бик оҡшаған, уны телевизорҙан күрһәтергә һайлап алғандар. Афарин, Камила!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Киләсәккә билет» проекты ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса уҡыусыларға һөнәр һайларға ярҙам итер өсөн ойошторолған. Мәғариф милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: