Әйтергә кәрәк, шәкәр – экспортҡа сығарылған төп аҙыҡтарҙың береһе лә. Ағымдағы йылда 20 миллион долларлыҡ 51 мең тонна шәкәр һатылған. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостандың ауыл сәнәғәте комплексы продукцияһы экспортының дөйөм күләме 27 ноябргә 135 миллион доллар тәшкил иткән. Былар барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдары ярҙамында барлыҡҡа килгән «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектының «Агросәнәғәт продукцияһын экспортҡа сығарыу» проекты ярҙамында мөмкин булған.