Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
30 Ноябрь 2020, 12:00

Ҡыш башлана. Көндәр нисегерәк торор?

Декабрь – ҡыштың башы. Халыҡ был айҙы аҡъюлай тип атай, сөнки йыш яуған ҡарҙан юлдар тапалып, ҡарайып өлгөрмәй. Йылға-күлдәр ҡалын боҙ өҫтөнән ҡар менән дә ҡаплана.

Быйыл ҡыштың тәүге айы үҙенең һыуыҡ көндәре менән хәтерҙә ҡалыр, тип фаразлана. Айҙың тәүге көндәрендә үк көндөҙ - 12 градус, ә төндә 16-ға тиклем һыуытыуы көтөлә.
2 декабрҙән алып 7-һенә тиклем көндөҙ һауа температураһының 15-19 градусҡа тиклем түбәнәйеүе, ә төндә минус 22-гә барып етеүе мөмкин. Күк йөҙө аяҙ, ел булмаясаҡ.
Ҡыш айының икенсе аҙнаһынан көндәрҙең бер аҙ йылыныуы көтөлә.
8 декабрҙән һыуыҡтар 8-10 градус тирәһе булыр, тип фаразлана.
Читайте нас: