Бөтә яңылыҡтар
Туризм
1 Декабрь 2020, 12:00

Чиновниктар яңы йыл корпоративтары уҙғармай

Республика башлығы Радий Хәбиров пандемия шарттарында яңы йыл корпоративтарын уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Яңылыҡ әлегә республика чиновниктарына ғына ҡағыла.

«Беҙ ике йыл инде эштәр алға киткәс корпоративтар ойоштороу принцибы буйынса йәшәйбеҙ. Ғаилә менән күберәк булырбыҙ, тип һөйләштек, – тине республика етәксеһе. – Бүләктәр темаһы тураһында ла һөйләшеп ҡуйҙыҡ. Хәҙер барыһы ла телефондарҙа, гаджеттарҙа. Смс ебәрһәгеҙ, бик һәйбәт».
Яңы йыл байрамдарында ресторандарҙың һәм башҡа учреждениеларҙың эшенә килгәндә, Радий Хәбиров әлегә ҡарар ҡабул ителмәгәнен әйтте. Республика етәксеһе оператив штаб менән кәңәшләшкәндән һуң аҙна һуңында фекерен еткерергә вәғәҙә бирҙе.
Шулай уҡ уҡыусыларҙың Яңы йылға тиклем мәктәпкә йөрөй башлауы ихтимал, тип хәбәр итте бөгөн республика башлығы хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Әгәр коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлы булмаһа, ғәҙәти уҡыу режимына сығырға мөмкин буласаҡ.
«Балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа дистанцион шөғөлләнеп арыны», – тип өҫтәне республика етәксеһе.
Бынан алда 6-10 кластар өсөн дистанцион уҡыуҙы 6 декабргә тиклем оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Беренсе-бишенсе класс уҡыусылары һәм ун беренселәр мәктәпкә йөрөй.
Читайте нас: