Һаулығына зыян килгән осраҡта ирекмәнгә бер тапҡыр – 50 мең, әгәр һәләк булһа, уның ғаилә ағзаларына 250 мең һум түләргә тейештәр.
Пособие түләү мәсьәләләре Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарына ярҙам итеү үҙәге ҡарамағында була, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында.
«Әйтергә кәрәк, ирекмәндәр эшенең һөҙөмтәләре тәьҫирләндерә, – тип билдәләне премьер-министр Андрей Назаров. – Был ярҙам күрһәтеү ҙә, ғүмерҙе ҡотҡарыу ҙа. Ирекмәндәрҙең ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Ләкин уларҙың да ғүмере һәм һаулығы хәүеф аҫтында. Беҙ барыһын да күҙ уңында тоторға тейешбеҙ».