Олимпиада Башҡорт теле көнөнә арналған саралар сиктәрендә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен тәрән белгән һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлау, милли мәҙәниәттең айырылғыһыҙ өлөшө булған туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында уҙғарылды. Ул ике йүнәлештә үтте: башҡорт теле туған тел булараҡ һәм башҡорт теле Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ.
Олимпиада өс турҙа ойошторолдо: беренсеһендә – тест биремдәре үтәлде, икенсеһендә – бирелгән темаға инша һәм өсөнсөһөндә – бирелгән темаларға проект эше яҡлау булды.
Пандемия таралыуға бәйле сикләүҙәр булғанға күрә, олимпиада онлайн форматта уҙғарылды. Сарала 66 һөнәри белем биреү ойошмаһынан 525 студент ҡатнашты (былтыр – 116).
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса беренсе урынды Нефтекама нефть колледжының беренсе курс студенты Зөлфиә Ғаязова алды. Башҡорт теле дүләт теле булараҡ өлөшөндә Өфө күп профилле һөнәри колледжының беренсе курс студенты Эльвина Хәбирова еңеүсе тип табылды.
Олимпиада призерҙары араһында шулай уҡ Бәләбәй гуманитар-техник колледжы студенттары ла бар.
#Башҡортостан#Бәләбәйхәбәрҙәре#БашҡортТеле2020#олимпиада