Бөтә яңылыҡтар
Туризм
2 Декабрь 2020, 12:00

10 декабргә тиклем дауам итә

Башҡортостан Республикаһы Башлығы, «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров кисә халыҡты онлайн тәртиптә ҡабул итте. Граждандарҙы ҡабул итеү декадаһы 10 декабргә тиклем барасаҡ.

Республика халҡы Башҡортостан Башлығына түбәндәге ысулдар менән мөрәжәғәт итә ала:
– республика власы органдарының электрон ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт ебәреп,
– почта аша йәки шәхсән Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46-cы йорт адресы буйынса Республика йортона хат килтереп,
– «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлегенә (Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73) йәки онлайн-ҡабул итеү бүлегенә мөрәжәғәт итеп,
– республика Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһенә яҙып.
Урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн муниципалитеттарҙың, республика министрлыҡтары һәм ведомстволарының сайттары аша ла мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Фото «Башинформ» агентлығынан
Читайте нас: