Ошо көндәрҙә рус теле һәм Рәсәй халыҡтарының туған телдәре уҡытыусылары араһында үткәрелгән вариатив белем биреү программалары конкурсына йомғаҡ яһалды. Ошо айҡанлы Мәскәүҙә дистанциялы һәм ҡәҙимге алымда еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.
Конкурс 17 августа башланҡан һәм дүрт этапта үткәрелгән. Республикабыҙҙан ҡатнашҡан 14 уҡытыусының икеһе – Бәләбәй гуманитар-техник колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы Р.Р. Хәбетдинованың һәм Өфө күп профилле профессиональ колледжының рус теле уҡытыусыһы Е.Г. Төхвәтуллинаның эштәре иң яҡшылар иҫәбендә билдәләнгән. Улар тәҡдим иткән программалар өсөнсө урынға лайыҡ булған.
Регина Рәдис ҡыҙы Хәбетдинова 18 йыл Бәләбәй гуманитар-техник колледжында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара.
«Конкурсҡа «Туған (башҡорт) теле һәм уны уҡытыу методикаһы» тигән программамды тәҡдим иттем. Еңеүемә, әлбиттә, бик шатмын. Бүләкләү сараһында онлайн-алымда ҡатнаштым. Беҙҙең колледжда туған тел булараҡ дүрт тел – рус, башҡорт, татар һәм сыуаш телдәре уҡытыла. Дәрестәр һаны етә, башҡорт телен барлыҡ белгеслектәр буйынса белем алған студенттар йә туған тел, йә дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Бөгөн мәктәптәрҙәге башҡорт теле кабинеттарын йыһазландырыуға ҙур иғтибар бирелә, киләсәктә ошо йүнәлештәге программаларға урта һөнәри белем биргән уҡыу йорттарындағы тел кабинеттары ла индерелһен ине, тигән теләгемде лә еткегем килә», – тип һөйләне конкурста ҡатнашыуы хаҡында Регина Рәдис ҡыҙы.
Талантлы уҡытыусыға артабан да тик уңыштар ғына юлдаш булһын!
Белешмә. Конкурстың төп маҡсаты – рус теле һәм Рәсәй халыҡтары телдәре буйынса белем биргән уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһен өйрәнеү, улар тарафынан ҡулланылған программаларҙы барлау, иң яҡшыларын һайлап алыу. Конкурсты Рәсәй Мәғариф министрлығының Дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте һәм идара итеү департаменты ойошторған.