800 мең берәмектән ашыу таш быуат әйберҙәре ярты быуаттан ашыу элек юғалған, тип һаналған. Билдәле совет археологы Геральд Матюшин уларҙы 60-80-се йылдарҙа Башҡортостан ҡурғандарында йыйған булған.
Асыҡланыуынса, коллекция баш ҡаланың 1505-се мәктәбендә һаҡланған. Әммә тейешле саралар күрелмәгәндә археологик ҡомартҡыларға юғалыу ҡурҡынысы янай. Белем усағы етәкселеге артефакттарҙы ғилми тикшергәндән һуң дәүләт музей фондына тапшырырға ризалыҡ белдергән.
Фото «Башинформ» агентлығынан