Бөтә яңылыҡтар
Туризм
3 Декабрь 2020, 12:00

Ниһайәт, ғәҙәти уҡыу тәртибенә ҡайтабыҙ

Республика биләмәһендә коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡаршы тороу буйынса оператив штаб ҡарары менән мәктәп уҡыусыларының 7 декабрҙән уҡыу тәртибе хәл ителде.

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәл тотороҡланған. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы дистанцияла уҡыу тәртибен туҡтатырға тәҡдим итте. Был тәҡдимде «Роспотребнадзор» вәкилдәре лә хуплаған.
Шулай итеп, 7 декабрҙән алып республика мәктәптәре уҡыусылары ғәҙәти уҡыу тәртибенә ҡайта. Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығына бөтә мәктәптәрҙең дә санитар талаптарҙы үтәүен тикшерергә ҡушты.
Читайте нас: